Һиндостан тарихы Йөкмәткеһе Периодизация | Боронғо Һиндостан | Урта быуат Һиндостаны тарихы | Европаның Һиндостандағы колониялары тарихы | Хәҙерге Һиндостан | Иҫкәрмәләр | Һылтанмалар | НавигацияIntroduction to the Ancient Indus ValleyMaurya dynastyGupta period has been described as the Golden Age of Indian historyHistory : Indian Freedom Struggle (1857-1947)Хобсбаум Э.CIA Factbook: IndiaIndia ProfileEconomic Reforms in India since 1991: Has Gradualism Worked?Нармада / Narmada; HathnoraОдаи / OdaiDistribution of Acheulian sites in the Siwalik regionThe religious capital of HinduismMaurya dynastyТәүге сығанаҡтанGupta period has been described as the Golden Age of Indian historyТәүге сығанаҡтанGupta Dynasty,History : Indian Freedom Struggle (1857-1947)Тәүге сығанаҡтанMass blackout strikes India for second day — Central & South Asia — Al Jazeera EnglishАрмянские источники XVIII в. об ИндииИстория Индии. ХХ векИстория Индии
АфғанстанБангладешБахрейнБҒӘБрунейБутанВьетнамГрузияИзраильИндонезияИорданияИраҡИранЙәмәнКамбоджаКатарКипрКорея РеспубликаһыКХДРКөнсығыш ТиморКүвейтҠаҙағстанҠырғыҙстанҠытайЛаосЛиванМалайзияМальдивМонголияМьянмаМысырНепалОманПакистанРәсәйСингапурСүриәСәғүд ҒәрәбстаныТажикистанТаиландТөркиәТөркмәнстанҮзбәкстанФилиппинҺиндостанШри-ЛанкаӘзербайжанӘрмәнстанЯпония
Һиндостан тарихы
индуизмБуддаАшокафәнсәнғәтәҙәбиәтастрономияфәлсәфәДели солтанатыБөйөк Моголдар ИмперияһыМоголдар1856 йылдаБритания Империяһының19201947ПакистанғаБритан милләттәр берләшмәһендә[8]Индира Ганди1975 - 1977терроризмXXI быуатДелиМумбаи2001 йылдағыXX быуаттыңҠытай1962 йылдаПакистан1999 йылда1974 йылда1998 йылда1991 йылда1996 йылда2004 йылдың22майындаen:JwalapuramҺинддөгөКавказиндуизм БуддаАшокаҺиндГуптфәнсәнғәтастрономияфилософияАхеменидтар империяһыМакедония империяһыҺиндостанда ислам дәүләтеБуддаКирҙыңАлександр МакедонскийҺиндГангбуддизмГанг Сәсәниҙәр ИраныГуптXисламДели солтанатыXVIIIбыуаттаевропаПортугалияФранция1856 йылдаБританияимперияһыныңВаско да ГамаКалькутта179317191790 йылда18451723 йылда1784 йыл17311750175317561757 йылда1757 йылда1834 йылда1840 йылдаҺиндостан1885 йылдаДели 1914 йылдың4авгусындаМахатма Ганди1920Махатма ГандиҙыңБирмананҠытайҙанГерманиянанСингапурға1946 йылдыңКалькуттаКарачиҙа1946 йылдыңДжавахарлал Неру1947 йылдыңПакистанға
(function()var node=document.getElementById("mw-dismissablenotice-anonplace");if(node)node.outerHTML="u003Cdiv class="mw-dismissable-notice"u003Eu003Cdiv class="mw-dismissable-notice-close"u003E[u003Ca tabindex="0" role="button"u003Eйәшерергәu003C/au003E]u003C/divu003Eu003Cdiv class="mw-dismissable-notice-body"u003Eu003Cdiv id="localNotice" lang="ba" dir="ltr"u003Eu003Ccenteru003Enu003Cdiv style="font-size:100%"u003Enu003Cpu003Eu003Ca href="https://ru.wikimedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%BD%D0%BA%D1%83%D1%80%D1%81%D1%8B/%D0%A3%D0%B7%D0%BD%D0%B0%D0%B9_%D0%BC%D0%B8%D1%80._%D0%9D%D0%B0%D1%87%D0%BD%D0%B8_%D1%81_%D0%BF%D0%BE%D0%B1%D1%80%D0%B0%D1%82%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2_-_2_%D0%A2%D1%83%D1%80" title="wmru:Конкурсы/Узнай мир. Начни с побратимов - 2 Тур"u003Eu003Cimg alt="Twin town sign Oskarshamn.jpg" src="//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a9/Twin_town_sign_Oskarshamn.jpg/30px-Twin_town_sign_Oskarshamn.jpg" decoding="async" width="30" height="16" srcset="//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a9/Twin_town_sign_Oskarshamn.jpg/45px-Twin_town_sign_Oskarshamn.jpg 1.5x, //upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a9/Twin_town_sign_Oskarshamn.jpg/60px-Twin_town_sign_Oskarshamn.jpg 2x" data-file-width="2393" data-file-height="1276" /u003Eu003C/au003E u003Cbu003E2 март 2019 йыл — 31 май 2019 йылu003C/bu003E: u003Ca href="https://ru.wikimedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%BD%D0%BA%D1%83%D1%80%D1%81%D1%8B/%D0%A3%D0%B7%D0%BD%D0%B0%D0%B9_%D0%BC%D0%B8%D1%80._%D0%9D%D0%B0%D1%87%D0%BD%D0%B8_%D1%81_%D0%BF%D0%BE%D0%B1%D1%80%D0%B0%D1%82%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2_-_2_%D0%A2%D1%83%D1%80" class="extiw" title="wmru:Конкурсы/Узнай мир. Начни с побратимов - 2 Тур"u003Eu003Cbu003EДонъя менән таныш. Туғандаш ҡалаларҙан башла — 2 Турu003C/bu003Eu003C/au003E u003Cbu003Eмарафон-конкурсыu003C/bu003E nu003C/pu003Enu003C/divu003Enu003Ccenteru003Enu003Cdiv style="font-size:100%"u003Eu003Ca href="/wiki/%D0%9F%D1%80%D0%BE%D0%B5%D0%BA%D1%82:%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8-%D1%8F%D2%99_2019" title="Проект:Вики-яҙ 2019"u003Eu003Cimg alt="CEE Spring Logo transparent.svg" src="//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/dd/CEE_Spring_Logo_transparent.svg/50px-CEE_Spring_Logo_transparent.svg.png" decoding="async" width="50" height="32" srcset="//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/dd/CEE_Spring_Logo_transparent.svg/75px-CEE_Spring_Logo_transparent.svg.png 1.5x, //upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/dd/CEE_Spring_Logo_transparent.svg/100px-CEE_Spring_Logo_transparent.svg.png 2x" data-file-width="548" data-file-height="356" /u003Eu003C/au003E u003Cbu003E21 март — 31 майu003C/bu003E u003Ca href="/wiki/%D0%9F%D1%80%D0%BE%D0%B5%D0%BA%D1%82:%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8-%D1%8F%D2%99_2019" title="Проект:Вики-яҙ 2019"u003Eu003Cbu003EВики-яҙ 2019u003C/bu003Eu003C/au003E u003Cbu003Eмарафон-конкурсыu003C/bu003E nu003C/divu003Enu003Cpu003Eu003Cbr /u003Enu003C/pu003Eu003C/centeru003Eu003C/centeru003Eu003C/divu003Eu003C/divu003Eu003C/divu003E";());
Һиндостан тарихы
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Һиндостан тарихы | |
Ҡайҙа өйрәнелә | индология[d] |
---|---|
Һиндостан тарихы Викимилектә |
Һиндостан тарихы иң ҙур үҫеше б. э. т. III меңйыллыҡҡа[1] тура килгән Һинд йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Харапптар цивилизацияһы барлыҡҡа килгән дәүерҙән башлана. Һинд цивилизацияһынан һуң алмашҡа б. э. т. V быуатҡа саҡлы дауам иткән Веда осоро килгән. Веда цивилизацияһы индуизм һәм иртә һинд йәмғиәтенең башҡа мәҙәни аспекттары нигеҙе булып тора
Б. э. т. VI быуаттан башлап Һиндостан территорияһында бик күп Махаджанапад — бойондороҡһоҙ кенәзлек һәм республикалар барлыҡҡа килгән. Б.э.т. III быуатта Көньяҡ Азияның күпселек өлөшө Чандрагупта Маурья хакимлыҡ иткән Маурийҙар Империяһына берләшкән. Будда батшаһы Ашока[2] идара иткән осорҙа империя сәскә атҡан. Б. э. т. II быуат башында Һиндостандың Үҙәк Азия тарафтарынан һөжүм артынан һөжүмгә дусар ителеүе һөҙөмтәһе булып, Һиндостан субконтиненты территорияһында Һинд-грек, -Һинд-скиф һәм Һинд-парфян батшалыҡтары, шулай уҡ Ҡушан империяһы барлыҡҡа килә. III быуатта Һиндостандың «алтын быуаты»[3] тип йөрөтөлгән Гупттар династияһының хакимлыҡ осоро башлана.
Көньяҡ Һиндостанда төрлө дәүерҙә бер нисә династияға, шул иҫәптән Чалукья, Чера, Чола, Кадамба, Паллава һәм Пандья династияларына өҫтөнлөк бирелгән була. Ошо Һиндостан хакимдары ҡурсалауы арҡаһында фән, сәнғәт,әҙәбиәт, астрономия һәм фәлсәфә сәскә атҡан.
X быуаттан XII быуатҡа саҡлы Үҙәк Азиянан ислам баҫып ингәндән һуң осоро Төньяҡ Һиндостан Дели солтанаты контроле аҫтына күсә. Һуңыраҡ субконтиненттың күп өлөшө Бөйөк Моголдар Империяһы составына инә. Шуға ҡарамаҫтан, бер нисә ерле короллек, шулай уҡ Виджаянагар Империяһы ярымутрауҙың көньяғында, Моголдар ҡулы етмәҫлек ерҙә, йәшәүен дауам итә. XVIII быуатта Моголдар империяһы тарҡала, һәм уның урынына Маратх империяһы төбәктә өҫтөнлөклө урынды биләй.
XVI быуаттан башлап, Һиндостан менән сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү теләге булған,бер нисә европа иле, шул иҫәптән Португалия, Нидерланды, Франция һәм Бөйөк Британия, Һиндостан ярымутрауының тарҡау короллектәре власын тартып ала һәм Һиндостан биләмәләрендә колония урынлаштырыу өсөн көрәш башлана. Инглиздәр башҡа колонизаторҙарҙан уңышлыраҡ булып сыға һәм 1856 йылда Һиндостандың күпселек өлөшөн Британ Ост-һинд компанияһы[4].үҙ контроле аҫтына ала. Бер йыл үтеүгә хәрби Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Беренсе һуғыш йәки Сипайҙар ихтилалы тип аталған һинд хәрби подразделениелары һәм батшалыҡтары ихтилалы башлана. Британия компанияһы контроленә ҡаршы сыға улар, әммә ахырҙа баҫтырыла. Һөҙөмтәлә Британ Ост-һинд компанияһы бөтөрөлә һәм Һиндостан Британия Империяһының колонияһы булараҡ туранан-тура Британия тажы аҫтына күсә. Һинд колонияларын талау инглиз капиталын туплау һәм Англия сәнәғәте революцияһының мөһим факторы булып тора[5].
XX быуаттың тәүге яртыһында Һинд милли конгресы һәм башҡа сәйәси ойошмалар нигеҙ һинд милли-азатлыҡ хәрәкәтенә нигеҙ һала. 1920 һәм 1930 йылдарҙа, миллион һиндлы ахимса, йәки көс ҡулланмау[6] принцибына нигеҙләнеп, Махатма Ганди башлаған күп халыҡтың граждандар буйһонмауы кампанияһына ҡушыла. Ахырҙа, 1947 йылдың 15 авгусында Һиндостан британия хакимлығынан тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ ала, ләкин шул уҡ ваҡытта Һиндостан дин билдәләре буйынса ике доминион — Һиндостан һәм Пакистанға[7].бүленә. Территорияларҙы айырыу размежевание һинд-мосолман дошманлыҡ һәм ҡанлы бәрелеш шарттарында үткән. 1950 йылдың 26 ғинуарында илде парламент республикаһы тип иғлан иткән Һиндостан Конституцияһы ҡабул ителә. Әммә шул уҡ ваҡытта Һиндостан Британ милләттәр берләшмәһендә[8][./История_Индии#cite_note-CIA-9 [9]] ҡала.
Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, күп милләтле һәм күп динле дәүләт булғанлыҡтан, Һиндостандың төрлө урындарында дин һәм ижтимағи нигеҙҙә ыҙғыш-талаш һәм ҡаршылыҡтар кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, премьер-министр Индира Ганди, ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп, граждандарҙың хоҡуғын сикләгән 1975 - 1977 йылдарҙы индермәгәндә, Һиндостан, либераль демократик донъяуи дәүләт булараҡ, үҙенең статусын яҡларға һәләтле булып сыға.
Һиндостандың милли хәүефһеҙлегенә янаусы төп ҡурҡыныс көс - терроризм, бигерәк тә Джамму һәм Кашмирҙа, Төньяҡ-Көнсығыш Һиндостанда, XXI быуат башына — Дели һәм Мумбаи кеүек ҙур ҡалаларҙа. Был күренештең иң сағыу миҫалы булып, Делиҙа 2001 йылдағы террорсыларҙың Һинд парламентына һөжүме тора.
XX быуаттың икенсе яртыһында күрше дәүләттәр менән илдең сиктәренә ҡағылышлы проблемалар даими рәүештә барлыҡҡа килә. Ҡытай менән бәхәс әлегә саҡлы сиселмәгән, 1962 йылда ул хатта ҡыҫҡа дауамлы һуғыш тоҡаныуға сәбәп була. Пакистан менән Һиндостан өс тапҡыр: 1947, 1965, 1971 йылдарҙа һуғыша. Һиндостандың Пакистан менән һуңғы конфликты (Каргиль һуғышы) Кашмир штатында 1999 йылда була.
1974 йылда Һиндостан ядро ҡоралына тәүге ер аҫты һынауҙарын үткәрә, шуның менән «ядро клубы»ның яңы ағзаһы булып китә"[9]. 1998 йылда Һиндостан, биш сериялы шартлау ойоштороп, яңы һынауҙарын дауам итә. Реформа башлай.1991 йылда башланған реформалар Һиндостандың иҡтисадын донъя йөҙөндәге илдәр араһында иң шәп үҫешкән[10] тип танытты. 1996 йылда реформаларҙы дауам итеүсе Атал Бихари Ваджпаи хөкүмәте власҡа килә. 2004 йылдың яҙында уҙған парламент һайлауҙарынан һуң, башында Соня Ганди торған Һинд милли конгресы фирҡәһе еңеү яулай. 2004 йылдың 22 майында премьер-министр вазифаһын билдәле иҡтисадсы Манмохан Сингх биләй, 2014 йылда уға алмашҡа Нарендра Моди килә.
Йөкмәткеһе
1 Периодизация
2 Боронғо Һиндостан
2.1 Палеолит
2.2 Неолит
2.3 Бронза быуаты
2.4 Ганг йылғаһы үҙәне цивилизацияһы
2.5 Веда осоро
2.6 Ведийлыҡ осороноң һуңы
2.7 Будда осоро
2.7.1 Фарсылар һәм гректар
2.7.2 Маурьялар
2.8 Классик осор
3 Урта быуат Һиндостаны тарихы
3.1 Мосолмандар хакимлығы
4 Европаның Һиндостандағы колониялары тарихы
4.1 Португалия
4.2 Голландия
4.3 Франция
4.4 Башҡа илдәр
4.4.1 Дания
4.4.2 Австрия
4.4.3 Швеция, Пруссия
4.5 Англия
4.5.1 XX быуатта Британия Һиндостаны
4.5.1.1 Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Һиндостан
4.5.1.2 Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ юлында
5 Хәҙерге Һиндостан
6 Иҫкәрмәләр
6.1 Веда осоро
6.2 Будда осоро
6.3 Колонизациялау
6.4 Хәҙерге заман
6.5 Төрлөһөнән
7 Һылтанмалар
Периодизация |
Һиндостан тарихы шартлы рәүештә бер нисә осорға бүленергә мөмкин:
- Боронғо Һиндостан
- Һинд (Харапптарҙың) цивилизацияһы осоро (III меңенсе йыллыҡ — б. э. т. XVII быуат)
- Веда осоро (б. э. т. XIII — VI быуаттар)
- Иртә веда дәүере (б. э. т. XIII—X быуаттар)
- Һуңғы веда дәүере (б. э. т. IX— VI быуаттар)
- Будда осоро (б. э. т. V— III быуаттар)
- Классик дәүер (б. э. т. II б. — б. э. VI быуаты)
- Урта быуаттар һиндостаны
- Мосолмандар хакимлығы осоро
- Инглиздәр хакимлығы осоро (1765-1947)
- Хәҙерге заман тарихы
Боронғо Һиндостан |
Палеолит |
Азиялалағы бик боронғо артефакттары тип, Нью-Делиҙан төньяҡҡараҡ 300 километрҙа Сивалик убалары районында һинд-француз белгестәре палеолит осорона ҡараған, йәше 2,6 млн йыл тип билдәләнгән, таш ҡоралдар һәм ошо ҡоралдар тамға ҡалдырған өс һыйыр һөйәге һанала.
Нармада йылғаһы үҙәнендә ява Homo erectus-ына яҡын, ләкин прогрессивыраҡ баш һөйәге табыла. 1985 йылда narmadiensis Homo erectus төрсәһе тип тасуирлана. Ваҡыты — 236 мең йылдан ашыу (минималь дата)[11].
Одаяла (Тамилнад штаты) биш айлыҡ бала һөйәктәре табыла, һәм уны йә Homo erectus төрөнә, йә иртә Homo sapiens төрөнә ҡарай тип әйтәләр. Керала штаты ярҙарында табылған феррикреттар (тимер ҡабыҡтар) һәм уларға оҡшаған Одаи феррикреттарының йәше 187 мең йыл менән билдәләнә[12].
Соан йылғаһы исеме менән аталған соан мәҙәниәте табылдыҡтары Сивалик төбәгендә осрай[13].
Һиндостандың көньяғындағы Джвалапурам (en:Jwalapuram) 74 мең йыл элек тә күҙәтелгән Тоба вулканы атылыуына дәүерҙәш археологик мәҙәниәттә өҙлөклөк күҙәтелмәй.
Неолит |
Б. э. т. VII меңенсе йыл дәүеренәнҺинд һәм Сарасвати үҙәнендә етештереү хужалығы (дөгө сәсеү) үҫешкән. Мергарх иртә игенселек мәҙәниәте дәүерендә кеше үҙенең төбәгендә булдыра алған аҙыҡ-түлек алыуҙың һөҙөмтәле ысулдарын тапҡан: игенселек, һунарсылыҡ кәсебе һәм башланып ҡына торған малсылыҡ. Был үҫештең сифатлы яңы баҫҡысына күсеү өсөн тейешле шарттар булдырған — яңы мәҙәни-тарихи комплекс формалашҡан.
Бронза быуаты |
Б. э. т. III меңенсе йылдарында дравидтар Һинд йәки Харапп (Ракхигархи, Дхолавира, Лотхал ҡалалары) тигән атама алған тәүге һинд цивилизацияһын барлыҡҡа килтерә. Һинд дравидтарында төҙөлөш, бронза металлургияһы, кескәй дәүмәлле скульптура үҫешкән була. Мысыр һәм Месопотамиянан айырмалы рәүештә, Һинд цивилизацияһы монументаль скульптура бөтөнләй хас түгел. Һаҡланып ҡалған бөтөн һындарҙың да күләме ҙур түгел. Хосуси милек мөнәсәбәттәре башланғыс хәлендә генә булған, ә ауыл хужалығы нигеҙендә һуғарыу ирригацион игенселек ята. Тышҡы сауҙа мөһим роль уйнаған: Харапп цивилизацияһы менән Месопотамия, Урта Азия менән бәйләнеш урынлаштырған, туранан-тура сауҙа бәйләнештәре Шумерға һәм Ғәрәбстанға еткән.
Һинд цивилизацияһының батышы б. э. т. XVII—XIV быуаттарына (?) тура килә. Тарҡалыштың аныҡ сәбәптәре билдәләнмәгән, ләкин был ваҡытта дравид халҡының көньяҡ-көнсығышҡа шылғаны һәм элекке үҫеш кимәлен юғалта барғаны билдәле. Моғайын, быға тәбиғәт шарттарының насарайыуы йәки был ваҡытта Кавказ менән Һинд үҙәне араһындағы миграция процестары сәбәпсе булғандыр.
Ганг йылғаһы үҙәне цивилизацияһы |
Ганг — Һиндостандың иң ҙур йылғаһы, ә Ганг Дельтаһы — донъялағы иң ҙур дельта һәм, халҡының күплеге һәм тығыҙлығы юғары булһа ла, яуым-төшөм мул һәм тупраҡ уңдырышлы булғанлыҡтан, үҙәндең күпселек биләмәһендә халыҡ иҫән-һау көн күрә алған була.[14] Ганг йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан Варанаси Һиндостандың иң боронғо ҡалаһы тип иҫәпләнә. Легендаға ярашлы, Шива алла яҡынса 5000 йыл элек уға нигеҙ һала. Варанасиға яҡынса 3000 самаһы йыл.[15]
Веда осоро |
Харапп цивилизацияһынан һуң, б. э. т. V быуатына саҡлы, веда осоро дауам иткән. Ведий цивилизацияһы иртә һинд йәмғиәтенең индуизм һәм башҡа мәҙәни аспекттары нигеҙе булып хеҙмәт иткән.
Ведийлыҡ осороноң һуңы |
Б. э. т. VI быуаттан башлап беҙҙең эраға территорияһында Һиндостан биләмәләрендә бик күп Махаджанападтар — бойондороҡһоҙ короллектәр һәм республикалар барлыҡҡа килгән.[16] Б. э. т. III быуатта, Көньяҡ Азияның күпселек өлөшө Чандрагупта Мәүри хакимлыҡ иткән Мәүри Империяһына берләшә. Будда батшаһы Ашока идаралыҡ иткәндә империя сәскә ата.[17] Б. э. т. II быуат башында Һиндостан Үҙәк Азия яғынан сиратлап яһалған һөжүм кисерә. Бының һөҙөмтәһе булып Һиндостан субконтинентында Һинд-грек һәм Һинд-скиф һәм Һинд-парфян батшалыҡтары, шулай уҡ Ҡушан империяһы барлыҡҡа килә. III быуаттан башлап, Һиндостандың «алтын быуаты» тип атап йөрөтөлгән Гупт династияһы хакимлығы осоро башлана.[18][19]
Көньяҡ Һиндостанда төрлө династиялар, шул иҫәптән, Чалукья, Чера, Чола, Кадамба, Паллава һәм Пандья династиялары төрлө дәүерҙә өҫтөнлөк иткән. Ошо хакимдар ҡурсалауы аҫтында Һиндостанда фән, инженерия, сәнғәт, әҙәбиәт, астрономия, философия сәскә ата.
Боронғо Һиндостан дәүләттәре (урта тарихи осор) | ||||||||||||
Период: | Төньяҡ | Ҡөньяҡ | Пятиречье | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Б.Э.Т VI быуат |
|
|
|
Будда осоро |
Б. э. т. I меңйыллыҡ уртаһында, ҡайғыртыусы һәм һаҡлаусы брахмандар — ҡанбабалар булыуға ҡарамаҫтан, Һиндостанда ведий дине көрсөк кисерә. Боронғо Һиндостанда брахманизмға оппозицияла торған тәғлимәттәр барлыҡҡа килеүен боронғо һинд йәмғиәтенең әүҙем өлөшөнөң ритуаллығы һәм формаль тәҡүәлеге менән айырылып торған ведий (брахман) диненә күңелдәре ҡайтыуы эҙемтәһе тип, шулай уҡ брахмандар һәм кшатриялар (Боронғо Һиндостанда яугирҙар һәм хакимдар ҡатламы) араһындағы билдәле бер ҡаршылыҡтар менән аңлатыла. Был хәл менән бәйле бер хәлгә иғтибар итеү мөһим, Будда ла, һәм Махавира Вардхамана ла (Һиндостанда брахман йолаһына ҡаршы булған джайнизмға нигеҙ һалған башҡа оппозиция төркөмө) брахман ҡатламынан түгел, ә тап шул кшатрий ҡатламынан.
Шулай итеп, ҡорбандар килтереүгә ҡоролған иҫке веда дине киҫкен кризис кисерә, брахмандар һәм изге Ведаларҙың абруйын кире ҡағыусы һәм үҙҙәренең маҡсаты итеп фәлсәфәне һәм йоганы (аңды үҙгәртеп ҡороу тәжрибәһе) аңлау аша хәҡиҡәтте үҙ аллы эҙләүсе шрамандар, фиҙаҡәрҙәр, илсе фәйләсуфтар, «еретик», аскет кеүек заманы өсөн яңы булған хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүендә сағыла. Шундай дәрүиштәрҙең береһе, буддизмға тарихи нигеҙ һалыусы Будда Шакьямуни булған.
Фарсылар һәм гректар |
Будда эпохаһы башында төньяҡ-көнбайыш гандхара һинд ҡәбиләһен буйһондороусы һәм ассакендарҙан, йәғни Ашваҡ индустарынан һалым алыусы фарсы батшаһы Кирҙың һинд походтары башланған. Әммә фарсы поодтары ҡурҡыныс булмаған һәм фәҡәт Һинд биләмәләренең ҡыр-остарына ғына ҡағылған.
Б. э. т. 327 йылда Искәндәр Зөлҡәрнәйн Александр Македонский ҙур армияһы менән Һиндостанды баҫып алырға ниәтләй. Ҡайһы бер өлкәләрҙе ул буйһондорған, ләкин Һиндостандың Төньяҡ-Көнбайыш ҡәбиләләре ҡаршылыҡ күрһәткән. Бына тигән еңеү яулағас, Александр көнсығыш походынан баш тартҡан һәм б. э. т. 325 йылда Һиндостандан киткән. Боронғо грек цивилизацияһының Ганг һәм Гималай тауҙары цивилизацияһы менән осрашыуы Һиндостанды эллин донъяһына яҡынайтҡан, был осорҙа грек һәм фарсы йоғонтоһо Төньяҡ Һиндостандың көнбайыш райондарына үтеп инә башлай. Һинд цивилизацияһы ла шулай уҡ эллин илдәре мәҙәниәтенә, айырым алғанда, медицина һәм фәлсәфә өлкәһендә, ҡайһы бер йоғонто яһай. Б. э. т. 317 йылғы ихтилалдан һуң, гректар һинд биләмәләренән тулыһынса ҡыуылған.
Маурьялар |
Гректарға ҡаршы көрәш тулҡынында Пенджаб һәм Һинд үҙәне Маурьялар ырыуы вәкиле Чандрагупта хакимлығы аҫтында берләшә — Магадханан варна буйынса шудра, Һинд һәм Ганг йылғалары үҙәнендә беренсе берҙәм Төньяҡ һинд державаһын төҙөгән. Б. э. т. IV быуат аҙағында Чандрагупта Камбоджаны, Гандхараны һәм Көнсығыш Ирандың күрше өлкәләрен яулаған.
Чандрагуптаның вариҫтары булып Биндусара (б. э. т. 293—268) һәм Ашока (б. э. т. 268—231), Боронғо Һиндостан тарихында иң ҡөҙрәтле хаким. Тәхеткә ултырғандан һуң, ул үҙенең бөтөн ағай-энеһен ҡырып бөткән һәм көньяҡта һәләкәтле һуғыштар тоҡандырып, Декан яҫы таулығы биләмәләренең барыһын тиерлек ҡушҡан. Әммә һуңыраҡ Ашоканың тиранлығы империя эсендә «изгелек таратыу»ға бағышланған сәйәсәт менән алмашына, ҙур илдең төрлө өлөштәрендә йәшәгән халыҡтың рухи берләшеүе уның төп маҡсаты булып торған. Барса диндәрҙе лә һаҡлау вәғәҙә ителһә лә, буддизмды айырып ҡурсалау сәйәсәттең мөһим һыҙаты булған.
Буддизм фәлсәфәһенең ҡабул ителгән йолаларҙа һәм традицияларҙа тәрән тамырҙары булған. Күп быуаттар дауамында буддизм веда дине менән татыу йәшәгән, уның ҡайһы бер йолаларын һәм хоҙайҙарын үҙләштергән. Асылда Ганг үҙәнендә килеп сыҡҡан буддизм, һәр бер кешегә йүнәлтелгәнлектән, күмәк халыҡтың диненә әүерелгән.
Үҙәкләштереү сәйәсәтендәге етешһеҙлектәр б. э. т. III быуат аҙағына уҡ биләмәләрен юғалта башлаған Маурьи державаһының тиҙ тарҡалыуына килтерә. Был осорҙа төрлө ҡәбиләләр йәшәгән Һиндостандың иҡтисади һәм ижтимағи үҫешендә айырма бик көслө булған. Б. э. т. 180 йылда Магадхала Маурьялар династияһы тулыһынса ҡолатылған.
Классик осор |
Классик эпоха дошманлашҡан ваҡ династияларҙың сиратлап төрлө күләмдәге тиҙ тарҡалып торған эре державалар барлыҡҡа килтереүе, бик күп биләмәләренең тотороҡло дини, община-касталы һәм иҡтисади ахырғы системаһы формалашыуы менән ҡылыҡһырлана. Б. э. т. II — б. э. III быуаттарында Төньяҡ Һиндостан төньяҡ-көнбайыштан килгән төрлө көстәрҙең баҫҡынсылыҡ аренаһына әйләнә.
Беренсе интервент — б. э. т. III быуат башында Сәләүкидтәр дәүләтенән бүленеп сыҡҡан эллинистик Грек-бактрия батшалығы. Грек-бактр юғары ҡатламы үҙенең сиктәрен Ғәрәп диңгеҙенә саҡлы киңәйткән һәм б. э. т. II быуатҡа юҡҡа сыҡҡан үҙенә бер төрлө Һинд-грек батшалығын барлыҡҡа килтергән.
Б. э. т. I быуатта Кашмир менән сиктәш ятҡан күсмә саҡтар дәүләтенән киң баҫып алыуҙар башланған, һәм, иң эреһе Һинд-скиф батшалығы булған, бер нисә биләмә барлыҡҡа килгән. Әммә б. э. I быуатының икенсе сирегенә Парфиянан бөтә Һинд-скиф биләмәһен баҫып алған һәм үҙ сиратында Куджула Кадфиз I (30 — 79-сы йй. тирәһе) етәкселегендәге Бактрия кашандары ҡорбанына әйләнгән, сөнки улар Һинд тамағына саҡлы биләмәләрҙең күп өлөшөн баҫып алған. Канишка (97 — 120 йыл) дәүерендә Ҡушан батшалығы үҙенең ҡеүәтле үҫешенә өлгәшә, ул саҡта дүрт донъяның бөйөк державаларының береһе һанала. Сәсәниҙәр Ираны ҡыҫырыҡлауы аҫтында III быуатта Ҡушан батшалығы үҙенең һуңғы территорияларын юғалтҡан.
Төньяҡ Һиндостанды киләһе берләштереүселәрҙең береһе Гупт династияһының батшаһы Самудрагупта (335—380 йыл), ул үҙенең походтары менән Гималайға һәм үрге Һиндҡа барып еткән. Уның улы Чандрагупта II Викрамадитья (380—415 йй.) индерелгән. Һиндостанды үҫешенең «алтын быуаты»на еткергән. Әммә хатта ҡеүәтле Гупт державаһы ла төньяҡ-көнбайыштан һөжүм иткән IV—V быуаттарҙа гупт Һиндостаны биләмәләрен дә үҙ дәүләтенә индергән иран телле күсмә эфталиттарға ҡаршы тора алмаған. Был ваҡиға шартлы рәүештә боронғо Һиндостан тарихының тамамланыу ваҡыты тип һанала.
Урта быуат Һиндостаны тарихы |
Мосолмандар хакимлығы |
Синд һәм Пенджаб аша мосолмандарҙың беренсе баҫып инеүен кире ҡайтарып, раджастхансылар Төньяҡ Һиндостанда һуңынан тағы ике бөйөк империя — декан Раштракут һәм бенгаль буддист Пала — менән Каннаудж ҡалаһын яулау өсөн «өс яҡлы көрәштә» ҙур Гурджара-Пратихара дәүләтен төҙөгән. X быуаттан XII быуат осоронда Үҙәк Азиянан ислам баҫып инеүенән һуң, Төньяҡ Һиндостан Дели солтанаты контроленә күсә. Һуңыраҡ субконтиненттың күп өлөшө составына ингән күп өлөшө һуңыраҡ Бөйөк Моголдар Империяһы составына ингән. Шуға ҡарамаҫтан, Виджаянагар империяһы кеүек бер нисә ерле короллек ярымутрауҙың көньяғында, Моголдарҙың ҡулы етмәҫлек ерҙә, булған. XVIII быуатта Моголдар империяһы тарҡала, уның урынына төбәктә өҫтөнлөклө урынды Маратхтар Империяһы биләй.
Европаның Һиндостандағы колониялары тарихы |
XVI быуаттан башлап, бер нисә европа иле, шул иҫәптән Португалия, Нидерланд, Франция һәм Бөйөк Британия, һиндостан менән сауҙа бәйләнештәре үҫтереү теләгенән, ярымутрауҙағы тарҡау короллектәрҙә власты үҙ ҡулына алып, Һиндостан биләмәләрендә колония урынлаштырыу өсөн көрәш башлай. Инглиздәр башҡа колонизаторҙарҙан уңышлыраҡ булып сыға һәм 1856 йылда Һиндостандың күпселек өлөшө Британ Ост-Һинд компанияһы[20] контроле аҫтына эләгә. Бер йыл үткәс, һинд хәрби подразделениелары һәм батшалыҡтарының бөтә Һиндостанды биләп алған Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Беренсе һуғышы йәки Сипайҙар баш күтәреүе исеме менән тарихҡа ингән ихтилал башлана. Британия компанияһы контроленә ҡаршы сыға ул, әммә ахырҙа баҫтырыла. Һөҙөмтәлә Британ Ост-Һинд компанияһы бөтөрөлә һәм Һиндостан, Британия тәхетенең туранан-тура идараһына күсеп, Британия империяһының колонияһына әүерелә. Һинд колонияларын иҙеү инглиз капиталын туплауҙың һәм Англия сәнәғәт революцияһының төп сығанағына әйләнә.
Португалия |
Васко да Гаманың (1498—1502), Афонсу д’Албукерки (1503) һәм Һиндостандың беренсе португал вице-короле Франсишку ди Альмейданың (1505) ике сәйәхәтенән һуң, португалдар, Албукерка (1510) етәкселегендә, киләсәктә Һиндостандың португал колониялары үҙәге булып китәсәк Гоаны баҫып ала, ә 1538 йылда основали факторию на Гугли, хәҙерге Калькутта янында, Гуглиҙа, факторияға нигеҙ һала. XVI быуат башынан XVII быуатҡа саҡлы Һиндостан менән сауҙа итеү монополияһы уларҙың ҡулында була, ләкин 1580 йылдан инде, Португалия Испанияға ҡушылғас (Филипп II ваҡытында), тәүге илдең мәсьәләләре артҡы планға күсерелгән.
1640 йылда Португалия тағы ла бойондороҡһоҙлоҡ ала, ләкин был ваҡытҡа голландтар һәм инглиздәр Һиндостанда өҫтөнлөклө урын биләгәнлектән, так что колонии португал колониялары бөлгөнлөккә төшкән һәм һуңғараҡ уларҙан ни бары, ярты миллион халҡы булған, 1100 км² (1900 йылға ҡарата) ер биләгән Гоа, Даман һәм Диу ғына тороп ҡала.
Голландия |
Голландтар, башҡа европа илдәре араһынан, португалдарҙың Һиндостандағы монополияһын тәүге емереүселәр була. 1602 йылда бер нисә ваҡ компанияларҙан өҙөп кенә Голланд Ост-Һинд компанияһы барлыҡҡа килә. Уның баш факторияһы Амбоинда була.
1652 йылда Мадрас ярында беренсе, Палаколлу, факторияһына нигеҙ һалына, ә 1658 йылда голландтар португалдарҙың Цейлондағы һуңғы нығытмаһын, Джаффнапатамды, яулап алалар.
1661 һәм 1664 йылдарҙа улар португалдарҙан все их колонии на Малабар ярындағы барлыҡ колонияларын тартып алалар. Ләкин голландтарҙың Һиндостандағы беренселеге оҙаҡҡа бармай: 1758 йылда улар Чинсурах янында инглиз губернаторы Клайв тарфынан тар-мар ителә һәм хурлыҡлы килешеүгә ҡул ҡуйырға мәжбүр була.
Англия, 1793 йылдан алып 1815 йылға саҡлы Франция менән һуғыш дауамында, Голландияның барса көнсығыш колонияларын тартып алған тиһәң дә була, шулай итеп, Һиндостанда Голландия биләгән бәләкәй генә ере лә ҡалмай.
Франция |
Беренсе Француз Ост-һинд компанияһына 1604 йылда нигеҙ һалына. Улар артынан: 2-се (1611), 3-сө (1615), 4-се (1642, Ришелье), 5-се (Кольбера, 1664) асылды.
1674 йылда Коромандель ярында Пондишериға нигеҙ һалынған, 1676 йылда — Чандернагорға.
Алтынсы компания бер нисә (Ост-Һинд, Вест-Һинд, Ҡытай, Сенегал) сауҙа компаниялары ҡушылыу юлы менән төҙөлгән (1719). Король уға, 1769 йылда тартып алынған, айырым хоҡуҡ биргән. 1790 йылда ул Милли йыйылыш тарфынан юҡҡа сығарыла.
Башҡа илдәр |
Дания |
Башҡа европа дәүләттәренең Һиндостанда милеге бик аҙ булды. Дания колониялары башҡаларҙыҡынан күберәк булды. Беренсе Дат Ост-Һинд компанияһына 1612 йылда нигеҙ һалынған, икенсеһенә — 1670 йылда. Был 1616 йылда Транквебарҙа һәм Серампорала дат колонияларына нигеҙ һалына, әммә һуңынан уларҙы (1845) инглиздәр һатып ала. Данияның башҡа колониялары - Малабар ярындағы Порто Ново, Эддова һәм Гольчери.
Австрия |
1723 йылда Австрия Ост-Һинд компанияһына нигеҙ һалынған, әммә ул көс-хәл менән эшләй торғас, ул 1784 йылда бөлгөнлөккә төшә.
Швеция, Пруссия |
Шулай уҡ Швед Ост-Һинд компанияһы (1731) һәм ике пруссия «Ост Һинд компанияһы» (1750 һәм 1753) ғүмерһеҙ булып сыҡҡан. Европалылар араһынан Һиндостанда тик инглиздәр генә нығынып ҡала алған.
Англия |
Беренсе инглиз (Лондон) Ост-Һинд компанияһы 1600 йылда ойошторола. Инглиздәр яйлап ҡына Һиндостанға үҙ йоғонтоһон арттыра бара, XVIII быуат аҙағына улар Һиндостандың байтаҡ өлөшөн үҙ контроле аҫтына ала һәм көнәркәштәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара. Роберт Клайв 1756—1757 йылдарҙа ҙур еңеү яулай һәм Бенгалияла нығына. Шулай итеп, ул Һиндостан менән навабтар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡта оҫта уйнап һәм хәрби операциялар уҙғарып, яйлап ҡына бөтөн Һиндостанда идаралыҡ итеү киңәйтеүгә йоғонто яһай. Клайвтан һуң Һиндостанда Ост-һинд компанияһының генерал-губернаторы посы булдырыла.
1757 йылда Роберт Клайв етәкселегендәге Британ Ост-Һинд компанияһы ғәскәре бай Бенгалия наваблығына баҫып инә, бенгал ҡаҙнаһын талай (5 млн 260 мең фунт стерлинг торошло байлыҡ тартып алынған). Бенгалия инглиз компанияһы таможня идаралығына күскәндән һуң, уның территорияһында эске таможнялар булдырыла, эске бенгал сауҙаһының мөһим тармаҡтарын монополләштерәләр. Йөҙәр меңләгән бенгал һөнәрселәре, үҙ продукцияһын минималь хаҡтар буйынса тапшырырға тейешлек шарты менән, компаниялар факторияларына көсләп беркетелә, йыш ҡына уларға бер ни ҙә түләмәгәндәр. Һалымдар ҡырҡа арта, шул иҫәптән ер һалым ике тапҡырға арта.
1757 йылда Роберт Клайв етәкселегендәге Британ Ост-Һинд компанияһы ғәскәре бай Бенгалия наваблығына баҫып инә, бенгал ҡаҙнаһын талай (5 млн 260 мең фунт стерлинг торошло байлыҡ тартып алынған). Инглиздәр Бенгалияның тышҡы сауҙаһын, һәм шулай уҡ эске бенгал сауҙаһының мөһим тармаҡтарын монополләштерәләр. Йөҙәр меңләгән бенгал һөнәрселәре, үҙ продукцияһын Бенгал хужа булған компаниялар йөҙ мең һөнәрсе принудительно беркетелгән була, унда үҙ продукцияһына минималь хаҡтар буйынса тапшырырға тейеш була. Һалымдар ҡырҡа арта.
Бының һөҙөмтәһендә 1769-1773 йылдарҙа ҡот осҡос аслыҡ була, 7 миллиондан 10 миллионға саҡлы [21]. бенгал һәләк була. 1780-1790-сы йылдарҙа аслыҡ Бенгалия ла аслыҡ тағы ҡабатлана: бер нисә миллион кеше һәләк була[22]. Билдәле америка тарихсыһы Б Адамс иҫәпләүҙәре буйынса, Һиндостан Британияға ҡушылғанынан һуң беренсе 15 йылда инглиздәр Бенгалиянан суммаһы 1 миллиард фунт стерлинг тәшкил иткән ҡиммәтле әйбер тейәп алып сыҡҡан.
Бөтә Һиндостан инглиз колониаль хакимлығы аҫтына күскәндән һуң, аслыҡ башҡа биләмәләргә лә тарала башлай. Күп ваҡытта был британия властарының урындағы һөнәрселек етештереүен производствоһын бөлдөрөү буйынса аңлы сәйәсәт һөҙөмтәһендә бөлгөнлөккә төшөрөүендә, һөҙөмтәлә баҙар инглиз сәнәғәт тауарҙарын өсөн асыла. 1834 йылда британ генерал-губернаторы хәбәр итеүенсә: «Һиндостан тигеҙлектәре туҡыусылар һөйәктәренән аҡ булып күренә».
1840 йылда инглиздәр Һиндостандың күп өлөшөндә идара иткән. Һинд колонияларын тыйыла белмәй талау инглиз капиталын туплау һәм Англия сәнәғәт революцияһының мөһим сығанағы булған.
1800—1825 йылдар — 1 млн кеше аслыҡтан үлгән,- 1825—1850 йылдар — 400 мең,
- 1850—1875 йылдар — Бенгалия, Орисса, Раджастан, Бихар еңелгән, 5 миллион кеше вафат булған,
- 1875—1900 йылдар — 26 миллион кеше вафат булған.
1876—1878 йылдарҙа, беренсе сиратта, Мадрас һәм Бомбейҙа ҡоторонған «Ҙур аслыҡ» осоронда, инглиз хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, 2,5 миллиолнға яҡын кеше, ә һинд мәғлүмәттәре буйынса — 10 миллионға яҡын вафат булған.
1857 йылда сипайҙар баш күтәрә (британия колониаль армияһындағы һинд сығышлы һалдаттары), һәм инглиз властары ҙур тырышлыҡ һәм етди ҡан ҡойоу аша ғына тәртип урынлаштыра алған. Бынан һуң Ост-Һинд компанияһы урынына, вице-король тәғәйенләп, Һиндостан менән туранан-тура королева идара иткән.
Британдар Һиндостанда тимер юлдар төҙөгән, даими почта бәйләнешен юлға һалған, сәнәғәт предприятиелары булдырған. Британия идаралығы һәм инглиз теле төрлө телдә һөйләшеүсе илде берҙәм һәм бөтөн итеп тупларға ярҙам иткән. Был милли үҙаңды үҫтереү өсөн нигеҙ булған. 1885 йылда «Һинд милли конгресы» партияһы барлыҡҡа килгән. 1890 йылда «һул» — радикаль ағым барлыҡҡа килгән. Уның етәксеһе Бал Гангадхара Тилак булған.
XX быуатта Британия Һиндостаны |
XX быуат башында Һиндостанда яйлап капитализм үҫешә башлай, иң беренсе, туҡыма һуғыу текстиль тармағында, сәнәғәт эшселәре һаны арта.
1911 йылда Британияның Һиндостандағы вице-короле резиденцияһы Дели ҡалаһына күсерелә (быға тиклем уның резиденцияһы Калькуттала булған).
Британ Һиндостаны, 1914 йылдың 4 авгусында Германияға һуғыш иғлан иткән Бөйөк Британия менән бер үк ваҡытта, Беренсе донъя һуғышына ҡушылған. Һинд ғәскәрҙәре Европала, Урта диңгеҙҙәге, Африка һәм Яҡын Көнсығыштағы хәрби хәрәкәттәр театрында ҡатнашҡан.
Һуғыш башында уҡ тотҡас, Германия яғынан хупланған һинд милләтселәренең революцион эшмәкәрлеге, британия властары өсөн етди ҡурҡыныс тыуҙыра. 1919 йылдың мартында тәртип һаҡлау тураһында ҡаты Закон ҡабул ителә, шул осорҙа билдәлелек алған йәмәғәт эшмәкәре Махатма Ганди Һиндостанда хартал үткәрергә, йәғни хужалыҡ итеү эшмәкәрлеген туҡтатырға, дөйөм забастовка үткәрергә саҡыра. Тиҙҙән илдә сыуалыштар башлана, һәм Гандиҙың харталды туҡтатыу теләге уяна. Әммә шул ваҡытта Пенджабта хәл киҫкенләшә. 1919 йылдың 13 апрелендә бригада генералы Реджинальд Дайер етәкселегендәге ғәскәр Армитсарҙа демонстранттарға ҡаршы ут аса, Джаллианвала-багхт ҡыйралышында 400-гә яҡын кеше һәләк була.
XX быуаттың тәүге яртыһында Һинд милли конгресы һәм башҡа сәйәси ойошмалар һинд милли-азатлыҡ хәрәкәтенә нигеҙ һала. 1920 һәм 1930 йылдарҙа миллионлаған һиндтар Махатма Гандиҙың ахимса (көс ҡулланмау) принциптарына нигеҙләнгән сатьяграха, тип аталыусы күп кешенең гражданлыҡ буйһонмауы кампанияһына ҡушыла.
1929 йылда вице-король лорд Ирвин Һиндостандың доминион статусын алыуы маҡсаты менән реформа үткәрелеүе тураһында иғлан итә. Ләкин Һинд милли конгресының эш комитеты, Бөйөк Британия менән бәйләнеште өҙмәй тороп, ысын азатлыҡ булыуы мөмкин түгел, тип белдерә.
1930, 1931 1932 йылдарҙа һинд йәмәғәтселеге һәм хөкүмәт яғынан һәм Бөйөк Британия парламентының өс әйҙәүсе сәйәси партия вәкилдәре араһында өс тапҡыр түңәрәк өҫтәлдәр конференцияһы үткәрелә. Беренсе түңәрәк өҫтәл тамамлағандан һуң бер аҙ ваҡыт үтеүгә, Һинд милли конгресы гражданлыҡ буйһонмауы акцияһын туҡтатыу, ә хөкүмәт сәйәси тотҡондарҙы төрмәнән сығарыу шарты менән Ирвин — Ганди пакты ҡабул ителә. Әммә икенсе конференция тамамланыу менән Конгресс йәнә ҡаршылыҡ акцияларын башлай. Тәртипһеҙлектәр тоҡана, һәм Ганди ҡулға алына.
Азатлыҡ хәрәкәте баҫымы аҫтында 1935 йылда британ хөкүмәте, закондар сығарыу (ғәмәлдә — кәңәш итеү) органы һәм һинд юғары ҡатламына һайлау хоҡуғы биргән Һиндостан менән идара итеү Законын баҫтырып сығара.
Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Һиндостан |
1939 йылдың 3 сентябрендә Һиндостан, Бөйөк Британия менән бергә, һуғышҡа инә. Тиҙҙән Һиндостан милли конгресы лидерҙары британия хөкүмәтенән һуғыш тамамланғандан һуң Һиндостанға ҡарата пландары асып һалыуын талап итә. 1940 йылдың октябрендә Конгресс граждандар буйһонмауы кампанияһын башлай. 1942 йылдың мартында британия хөкүмәте, һуғыштан һуң Һиндостанда туранан-тура махсус Һайлап ҡуйған орган ярҙамы менән, ил конституцияһын әҙерләүҙе тәҡдим итә; һинд сәйәси даирәләренә, оборонанан тыш, бөтә тармаҡтарҙағы власты бирергә әҙерлеге тураһындағы фекер әйтелә. Әммә был тәҡдимдәр кире ҡағыла, сыуалыштар башлана, Конгресс Ганди һәм Конгрестың башҡа алдынғы эшмәкәрҙәре ҡулға алына.
1942 йылдың 23 мартында япон ғәскәрҙәре Андаман утрауҙарына килеп төшә.
1942 йылдың 26 апрелендә британия ғәскәрҙәре Бирманан Һиндостанға сигенә башлай. Төньяҡҡа сигенеү барышында 38-се һәм 22-се ҡытай дивизиялары Ҡытайҙан киҫелеп ҡала, уларға ла Һиндостан еренә үтергә тура килә. Был ғәскәрҙәр бер үк исем йөрөткән округтың Рамгарх ҡалаһында йыйыла, бында улар америка ҡоралы һәм кейеме ала, ә уларҙы уҡытыу эшенә америка инструкторҙары тотона. Һиндостанда ҡытай ғәскәренең рәсми командующийы америка генералы Джозеф Уоррен Стилвелл була. Һөҙөмтәлә Британ Һиндостанында американдар етәкләгән ҡытай хәрби берләшмәһе — Төньяҡ хәрби районы командованиеһы барлыҡҡа килгән.
1943 йылдың йәйендә Германиянан Сингапурға япондар яғына сығырға риза булған һинд әсирҙәренән Һинд милли армияһын туплай башлаған Һинд бойондороҡһоҙлоҡ хәрәкәтенең элекке лидерҙарының береһе — Субхас Чандра Бос килә.
15-се армия командующийы Мутагути Рэнъя, Һиндостанда британдарға ҡаршы йүнәлтелгән ихтилал тоҡандырыу маҡсатында ҙур һөжүмгә ҡушылырға саҡырһа ла, уға сикләнгән операция ойошторорға ризалыҡ бирелә. 1944 йылдың башында Импхал өсөн барған алыш япондарҙың еңелеүе менән тамамланды. Был алыш менән бер үк ваҡытта үткән һәм уның һөҙөмтәһендә союздаш ғәскәрҙәр ҡамауҙан азат ителгән Кохим алышы Икенсе донъя һуғышы Көньяҡ-Көнсығыш Азия театры өлөшөнә ҡараған Бирма кампанияһының һынылышлы мәле булып тора. Кохим һәм Импхалдағы еңелеү шул осорҙа Япония тарихындағы иң ҙур еңелеү була.
1943 йылда Бенгалияла миллион ярым кешенең ғүмерен өҙгән аслыҡ башлана.
1944 йылдың майында Конгрестың лидерҙары Ганди һәм башҡалар төрмәнән азат ителә.
Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ юлында |
1946 йылдың ғинуарында Король Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт иткән һәм репатриация әкрен барыуына ризаһыҙлыҡ белдергән индустарҙың фетнәһенән һуң армияла оҙайлы фетнәләр серияһы башлана. 1946 йылдың февралендә шулай уҡ Бомбейҙа Король Хәрби Диңгеҙ Флотында фетнә, һәм Калькутта, Мадрас һәм Карачиҙа һәм башҡа фетнәләр була.
1946 йылдың башында шулай уҡ Конгресс 11 провинцияның 8-ендә еңеү яулай алған яңы һайлауҙар үтә. Һинд милли когресы менән Мосолман лигаһы араһында Һиндостанды бүлеү тураһында һөйләшеүҙәр башлана. 1946 йылдың 16 авгусында мосолмандар, Британ Һиндостанында ислам милли үҙәген булдырыуҙы талап итеп, Туранан-тура эш итеү көнө иғлан итә. Икенсе көндө Калькуттала, бөтә Һиндостанға тиҙ арала таралып киткән, индустар һәм мосолмандар араһында бәрелештәр башлана. Сентябрь айында премьер-министры индус Джавахарлал Неру булған яңы хөкүмәт тәғәйенләнә.
Британияның лейбористар хөкүмәте, Икенсе донъя һуғышынан хәлһеҙләнгән ил, община-ара бәрелештәр упҡынына батҡан Һиндостанда артабан да идара итә алмауын, халыҡ-ара хуплауын, урындағы көстәрҙең ярҙамы тоймауын аңлай. 1947 йылдың башында Британия 1948 йылдың июнен дә һуңламай Һиндостандан үҙ көстәрен сығарыу ниәтен иғлан итә.
Бойондороҡһоҙлоҡ яҡынлашыу менән, индустар һәм мосолмандар араһында бәрелештәр көсәйә. Яңы вице-король, лорд Маунтбеттен, бүлеү планын эшләүҙе тәҡдим итә. 1947 йылдың июнендә Конгресс, мосолман, тейелгеһеҙҙәр общинаһы вәкилдәре һәм сикхтар Британ Һиндостанын дини принцип буйынса бүлеүгә ризалыҡ бирәләр. Башлыса индуистар һәм сикх халыҡтары йәшәгән өлкәләр яңы Һиндостанға күскән, башлыса мосолман — яңы илгә, Пакистанға күскән.
1947 йылдың 14 авгусында, мосолман лидеры генерал-губернатор итеп тәғәйенләнгән Пакистан доминионына нигеҙ һалынған. Икенсе көндө, 15 августа, Һиндостан бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителгән.
Хәҙерге Һиндостан |
1947 йылдың 15 авгусында Һиндостан британ хакимлығынан тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала. Джавахарлал Неру илдең тәүге премьер-министры була.
1950 йылдың 26 ғинуарында Һиндостан республика тип иғлан ителә һәм яңы конституция ҡабул итә.
1953 йылда Административ реформа штаттарҙы милләт-тел билдәләре принцибы буйынса үҙгәртеп ҡора.
1961 йылда Гоа ҡушыла.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бәхәс 1962 йылда ҡыҫҡа ваҡытлы һуғышҡа килтерә.
1974 йылда Һиндостан ер аҫтында ядро ҡоралын һынай, шулай итеп, «ядро клубы»ның яңы ағзаһына әүерелә.- Күп милләтле һәм күп динле дәүләт булараҡ, Һиндостандың төрлө өлөштәрендә дин арҡһында сыуалыштар һәм ҡаршы тороу осраҡтарын йыш кисергән. Шуға ҡарамаҫтан, Һиндостан һәр ваҡыт, 1975 йылдан 1977 йылға саҡлы премьер-министр Индира Ганди граждандарҙың хоҡуҡтарын сикләүсе ҡыҫҡа ваҡытлы ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеүен иҫәпкә алмағанда, үҙен либераль демократик донъяуи дәүләт итеп күрһәтте.
XX быуаттың икенсе яртыһында сик буйынса бәхәстәр килеп сығыуы арҡаһында Һиндостандың күрше дәүләттәр менән даими проблемалары сығып торған. Һиндостан Пакистан менән өс тапҡыр ҙур һуғыш алып барған: 1947—1948, 1965 һәм 1971 йылдарҙа, бер нисә тапҡыр локаль характерлы конфликттарҙа ҡатнаша, Сиачен боҙлоғонда ҡаршы тороу һәм әлеге дәүерҙә 1999 йылда Кашмир штатында тоҡанған «Каргиль һуғышы»н миҫал итеп күрһәтергә була.
1984 йылда Индира Ганди һинд ғәскәрҙәренә Амритсарҙағы сикхтарҙың төп изге урыны - Алтын ҡорамды яулап алған сикх радикалдарын юҡ итеү бойороғон бирә. Сикхтар йәшәгән территорияларҙа бойондороҡһоҙ Халистан дәүләтен төҙөү ниәте менән башланған була был кампанияны радикалдар. «Зәңгәр йондоҙ» тигән йәшерен исем менән аталған операция сиктәрендә хәрбиҙәр сепаратистарҙан үс алған, ләкин ҡорамға хәрби экспедиция ойоштороу факты хөкүмәткә бик ҙур әхлаҡи зыян килтергән. Индира Ганди Алтын ҡорамды хур итеүсе булараҡ ғәйепләнә һәм, шәхсән үс алыу тәртибендә, уны үҙенең ике нөгәре, сикхтар, үлтерә.- 1980-се йылдар аҙағында Кашмир штатында, урындағы сепаратистар һәм пакистан ирредентистары әүҙемләшеүе сәбәпле, хәл ҡатмарлаша. 1990-сы йылдар дауамында конфликтҡа сик ҡуйыла.
- Һиндостанда 1991 йылда башланған реформалар, халыҡ һанының иҫ киткес күп булыуы һәм шунан килеп сыҡҡан проблемалар илдең иҡтисади үҫешен ҡатмарлаштырһа ла, донъя илдәре менән сағыштырғанда, уның иҡтисадын иң етеҙ үҫеш кимәленә сығарҙы.
2002 йылдың февраль-марты — Гуджарат штатында индустар менән мосолмандар араһында килеп сыҡҡан ҡанлы бәрелештәр. Иң ҡурҡыныс ваҡиғалар Ахмадабадта була.
2008 йылда — Мумбаиға һөжүм, Бомбей ҡалаһында көҙ булып үткән теракттар серияһы.- 2012 йылдың 31 июлендә Һиндостанда электр энергияһының күләмле һүнеүе күҙәтелгән, шуның һөҙөмәһендә 600 миллионға яҡын кеше утһыҙ ҡалған[23].
Иҫкәрмәләр |
↑ Introduction to the Ancient Indus Valley. Harappa (1996). 18 июнь 2007 тикшерелгән.
↑ Jona Lendering Maurya dynasty. 17 июнь 2007 тикшерелгән.
↑ Gupta period has been described as the Golden Age of Indian history. National Informatics Centre (NIC). 3 октябрь 2007 тикшерелгән.
↑ History : Indian Freedom Struggle (1857-1947). National Informatics Centre (NIC). — «And by 1856, the British conquest and its authority were firmly established.» 3 октябрь 2007 тикшерелгән.
↑ Хобсбаум Э. Век Революции. Европа 1789—1848. — Ҡалып:Ростов н/Д, 1999.
↑ Concise Encyclopedia — Dorling Kindersley Limited, 1997. — P. p. 455. — ISBN 0-7513-5911-4.
↑ Concise Encyclopedia — Dorling Kindersley Limited, 1997. — P. p. 322. — ISBN 0-7513-5911-4.
↑ CIA Factbook: India. CIA Factbook. 10 март 2007 тикшерелгән.
↑ India Profile. Nuclear Threat Initiative (NTI) (2003). 20 июнь 2007 тикшерелгән.
↑ Montek Singh Ahluwalia (2002). «Economic Reforms in India since 1991: Has Gradualism Worked?» (MS Word) (Journal of Economic Perspectives). Проверено 2007-06-13.
↑ Нармада / Narmada; Hathnora
↑ Одаи / Odai
↑ Parth R. Chauhan Distribution of Acheulian sites in the Siwalik region Ҡалып:Webarchive. An Overview of the Siwalik Acheulian & Reconsidering Its Chronological Relationship with the Soanian — A Theoretical Perspective.
↑ https://books.google.ru/books?id=r5i5BgAAQBAJ&pg=PA360&lpg=PA360&dq=%D0%A6%D0%B8%D0%B2%D0%B8%D0%BB%D0%B8%D0%B7%D0%B0%D1%86%D0%B8%D1%8F+%D0%B4%D0%BE%D0%BB%D0%B8%D0%BD%D1%8B+%D1%80%D0%B5%D0%BA%D0%B8+%D0%93%D0%B0%D0%BD%D0%B3&source=bl&ots=12UqYc45kr&sig=KpYyoQwNvBxzH9KfYckYvTYKAjQ&hl=ru&sa=X&ved=0ahUKEwjD_u_lqbTKAhWn83IKHdWwCowQ6AEITDAK#v=onepage&q=%D0%A6%D0%B8%D0%B2%D0%B8%D0%BB%D0%B8%D0%B7%D0%B0%D1%86%D0%B8%D1%8F%20%D0%B4%D0%BE%D0%BB%D0%B8%D0%BD%D1%8B%20%D1%80%D0%B5%D0%BA%D0%B8%20%D0%93%D0%B0%D0%BD%D0%B3&f=false
↑ The religious capital of Hinduism, BBC (7 March 2006). 4 февраль 2007 тикшерелгән.
↑ Krishna Reddy Indian History — New Delhi: Tata McGraw Hill, 2003. — P. A107. — ISBN 0070483698.
↑ Jona Lendering Maurya dynasty. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 17 июнь 2007 тикшерелгән.
↑ Gupta period has been described as the Golden Age of Indian history. National Informatics Centre (NIC). Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 май 2011. 3 октябрь 2007 тикшерелгән.
↑ Heitzman, James. (2007). «Gupta Dynasty,» Microsoft® Encarta® Online Encyclopedia 2007
↑ History : Indian Freedom Struggle (1857-1947). National Informatics Centre (NIC). — And by 1856, the British conquest and its authority were firmly established.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 октябрь 2007. 3 октябрь 2007 тикшерелгән.
↑ Антонова К. А., Бонгард-Левин Г. М., Котовский Г. Г. 1979. История Индии. М.
↑ Губер А., Хейфец А. 1961. Новая история стран зарубежного Востока. М.
↑ Mass blackout strikes India for second day — Central & South Asia — Al Jazeera English
Веда осоро |
Рагозина З. А. История Индии (времен Риг-Веды). С 46 рисунками и 1 картой. С.-Петербург: Издание А. Ф. Маркса, 1905. XIII+496с.
Будда осоро |
- Религии мира. Учебное пособие / под ред. М. М. Шахнович. 2-е изд., доп. СПб.: Изд-во С.-Петербургского ун-та, 2005.
Колонизациялау |
Антонова К. А. Английское завоевание Индии в XVIII в. М., 1958.- Sir George Birdwood, «Report on the Miscellaneous Old Records in the India Office» (1879);
- M. Stephens, «Albuquerque and the Portuguese Settlements in India», в «Rulers of India» (Оксфорд, 1892);
- Raynal, «Histoire des établissements et du commerce des Europè ens dans les deux Indes» (1871) (не всегда точная);
- da Fonseca, «History and Archaeolog. Sketch of the City of Goa» (Бомбей, 1878).
- G. В. Malleson, «History of the French in India from the founding of Pondicherry in 1674 to the capture of that place in 1761» (нов. изд. Лонд., 1894);
- его же, «Final French struggles in India and on the Indian Seas» (Лонд., 1878); Hunter, «The Imperial Gazetteer of India» (2 изд., т. IV,ст. «French Possessions»).
Хәҙерге заман |
- Сафронова А. Л. Глава 4. Государства Южной Азии во второй половине XX в. // Новейшая история стран Азии и Африки, XX век: Учебник для студентов высших учебных заведений: В 3 ч. Часть 2: 1945—2000 / Под ред. А. М. Родригеса — М.: Гуманитарный издательский центр Владос, 2001. — Б. 221—315. — 320 б. — ISBN 5-691-00644-4, ISBN 5-691-00820-X(II).
Төрлөһөнән |
Абрамян Р. А. Армянские источники XVIII в. об Индии. Ереван, 1968.
Алаев Л. Б., Вигасин А. А., Сафронова А. Л. История Индии. М.: Дрофа, 2010. 544 с. (Серия: Высшее образование). ISBN 978-5-358-04667-2
Антонова К. А., Бонгард-Левин Г. М., Котовский Г. Г. История Индии (краткий очерк). М.: Мысль, 1973.
Воейков А. И., Булич С. К., Яновский А. Е. Индия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Новая история Индии / отв. ред. К. А. Антонова и др. М.: Издательство восточной литературы, 1961.
Синха Н. К., Банерджи А. Ч. История Индии. М.: Издательство иностранной литературы, 1954.- Юрлов Ф. Н., Юрлова Е. С. История Индии. ХХ век — М.: Институт востоковедения РАН, 2010. — 920 б. — (История стран востока. XX век). — ISBN 978-5-89292-434-7.
автор<span title="Имя автора или список авторов. Внимание: инициалы отделяются от фамилии и друг от друга неразрывным пробелом. Пример: Петров А. Б." class="cx-template-editor-param-desc" data-key="автор">
заглавие
ссылка
место
издательство
год
страниц
серия
isbn
Һылтанмалар |
История Индии на Индостан. Ру
Категория:
- Һиндостан тарихы
(window.RLQ=window.RLQ||[]).push(function()mw.config.set("wgPageParseReport":"limitreport":"cputime":"0.472","walltime":"0.666","ppvisitednodes":"value":7004,"limit":1000000,"ppgeneratednodes":"value":0,"limit":1500000,"postexpandincludesize":"value":88944,"limit":2097152,"templateargumentsize":"value":29826,"limit":2097152,"expansiondepth":"value":30,"limit":40,"expensivefunctioncount":"value":5,"limit":500,"unstrip-depth":"value":0,"limit":20,"unstrip-size":"value":13588,"limit":5000000,"entityaccesscount":"value":4,"limit":400,"timingprofile":["100.00% 513.253 1 -total"," 50.46% 258.965 1 Ҡалып:Ук"," 25.40% 130.346 1 Ҡалып:Wikidata"," 18.75% 96.259 1 Ҡалып:Сначала_имя"," 18.67% 95.823 1 Ҡалып:Примечания"," 17.41% 89.350 1 Ҡалып:Str_find"," 16.78% 86.129 1 Ҡалып:Str_find/logic"," 10.28% 52.776 201 Ҡалып:Str_left"," 10.25% 52.602 1 Ҡалып:Азия_по_темам"," 8.28% 42.488 1 Ҡалып:Навигационная_таблица"],"scribunto":"limitreport-timeusage":"value":"0.174","limit":"10.000","limitreport-memusage":"value":2393654,"limit":52428800,"cachereport":"origin":"mw1266","timestamp":"20190409180123","ttl":2592000,"transientcontent":false);mw.config.set("wgBackendResponseTime":149,"wgHostname":"mw1329"););